а

а
I
1. союз противит.
употребляется для соединения противопоставляемых предложений или членов предложения
ә, киреһенсә; ләкин, әммә-ләкин, -ға/-гә ҡарамаҫтан (ҡарамай, ҡарамайынса)

я вернулся домой, а он остался — мин өйгә ҡайттым, ә ул ҡалды

я зайду к вам не сегодня, а завтра — мин һеҙгә бөгөн түгел, ә иртәгә инеп сығырмын

до начала сеанса осталось пять минут, а людей в зал не пускают — сеанс башланырға биш минут ҡалған, ләкин халыҡты залға индермәйҙәр

он учится в вузе, а вот ты не сумел — ул юғары уҡыу йортонда уҡый, ә бына һин булдыра алманың

он человек простой, а ведь имеет вес в обществе — ул ябай кеше, ә шулай ҙа йәмғиәттә абруйы бар

2. союз присоед.-усил.
в соединении с вопросительными местоимениями или местоимёнными наречиями `конечно`, `безусловно так`
әлбиттә, фәҡәт шулай

и пришёл?! – А то как же! — килгәнме?! – Элбиттә!

а (не) то — юғиһә, бүтәнсә булһа

иди своей дорогой, а не то получишь от меня — юлыңда бул, юғиһә кәрәгеңде алырһың

3. союз противит. уступ
указывает на уступительный характер противопоставления предложений или их членов
(ә) шулай булһа ла, (ә) шулай ҙа, тик, барыбер, да/дә

можете остаться при своём мнении, а всё-таки я прав — үҙ фекерегеҙҙә ҡалығыҙ, ә мин барыбер хаҡлымын

4. союз
сопоставит
соединяя предложения, служит сопоставлению их главных или второстепенных членов, а так же служит сопоставлению одновременных событий и действий
ә, шул ваҡытта, шул саҡта, -ға/-ғә килгәндә; шул (ике) арала

отец ушёл, а сын продолжал стоять — атаһы китеп барҙы, ә улы тора бирҙе

отец развёл костёр, а дети пошли за ягодами — аталары ут яғып ебәрҙе, ә балалар еләккә китте

5. союз присоед.
употребляется для присоединения предложений или членов предложений
ә

вдоль плетня в один ряд посажена смородина, а далее растёт какое-то дерево — ситән буйлап бер рәт ҡарағат ултыртылған, ә унан ары ниндәйҙер ағас үҫеп ултыра

сначала мы посетили выставку, а затем музей — башта күргәҙмәлә, ә һуңынан музейҙа булдыҡ

6. союз присоед.
в сочетании со словами `значит`, `потому`, `следовательно`, `стало быть` и т.п. присоединяет предложения или члены предложения, в которых содержится вывод, заключение из сказанного ранее
шуға күрә, тимәк, шунлыҡтан

его пока никто толком не знает, а потому о нём ничего не говорят — уны әлегә бер кем йүнләп белмәй, шуға күрә уның тураһында бер нәмә әйтмәйҙәр ҙә

7. союз присоед.
в сочетании с местоимением `всё` присоединяет предложения или члены предложения, указывающие на причину высказанного ранее
ә барыһы (бөтәһе, һәммәһе)

откололся я от своих друзей, а всё из-за тебя — дуҫтарымдан айырылдым мин, ә барыһы һинең арҡала

8. союз присоед.
в сочетании со словами `кстати`, `впрочем` и т.п. употребляется для передачи внезапности изменения мысли
әйткәндәй, ә шулай ҙа

он ещё не приехал. А кстати, ты не забыл прихватить с собой документы? — ул әле ҡайтып етмәне. Эйткәндәй, һин үҙең менән документтарыңды алырға онотманыңмы?

9. союз присоед.-усил.
употребляется в начале вопросительных и восклицательных предложений для усиления выразительности (часто в сочетании с местоимениями и наречиями `как`, `какой`, `сколько`)
ә

а сколько я терпел – уму непостижимо! — ә мин күпме түҙҙем – аҡылға һыймаҫлыҡ!

а как ты туда попал? — ә һин нисек унда барып эләктең?

10. союз присоед.-усил.
в начале ответов на вопросы придаёт большую выразительность ответу, выделяя то или иное слово
ә, (йә) булмаһа, юғиһә, юҡһа

как ты сказал? – а никак! — нимә тинең? – ә бер нисек тә!

а не то сходил бы в магазин — булмаһа, магазинға барыр инең

спеши, а то опоздаешь — ашығыңҡыра, юҡһа һуңларһың

сходите туда сами, а то пошлите кого-нибудь — унда һеҙ үҙегеҙ барығыҙ, йә булмаһа берәйһен ебәрегеҙ

II
1. частица вопросит.
как отклик на обращение или при переспрашивании нерасслышанного
ә

а? Ничего ведь не слышу, говори отчётливей — ә? Бер нәмә лә ишетмәйем бит, асығыраҡ һөйлә

2. частица вопросит.
после предложений, требующих ответа, подтверждения и т.п., выражает побуждение к ответу или к действию
ә, эйеме

что ты натворил, а? — нимә эшләнең һин, ә?

3. частица вопросит.
в вопросах и восклицаниях выражает сильное удивление, восхищение или возмущение
ә

вот парень, а! — егете лә егете бит, ә!

кого осрамили ведь, а?! — кемде хур иттеләр бит, ә?!

4. частица побудит.
употребляется при повторном обращении к кому-л. для привлечения внимания
ә

смотри-ка, что он делает, а? — ҡара әле, нимә эшләй ул, ә?

III
1. межд.
выражает припоминание, догадку, удивление
ә, ә-ә

а-а, это ты? — ә-ә, был һинме ни?

а, вот как! — ә, бына нисек!

2. межд.
выражает узнавание (при встрече с кем-л.)
ә, ә-ә, әһә

а, вот куда вы спрятались! — әһә, бына ҡайҙа йәшенгәнһегеҙ икән!

3. межд.
выражает удовольствие, радость (при виде кого-чего-л.)
ә, уй

а, мамочка! Как я рад тебя видеть! — уй, әсәкәйем! Һине күреүемә шундай шатмын!

4. межд.
выражает досаду, негодование, угрозу, злорадство
ә, әһә

а, вы ещё сопротивляетесь! — әһә, һеҙ ҡаршылашаһығыҙмы әле!

5. межд.
выражает решимость
эй

а! Была не была — эй! Булды ни ҙә, булманы ни

6. межд.
выражает ужас, отчаяние, боль и т.п.
уй

а-а-а, не трогайте меня, ради бога! — уй, алла хаҡы өсөн, миңә теймәгеҙ!


Русско-башкирский словарь. - Уфа. . 2005.

Синонимы:


Поделиться ссылкой на выделенное

Прямая ссылка:
Нажмите правой клавишей мыши и выберите «Копировать ссылку»